Автор: Муллагулова Наркас Сынбулатовна
Башҡорт теле
2 класс
Дәресте әҙерләне һәм үткәрҙе: Муллағолова Нәркәс Сынбулат ҡыҙы.
Предмет: Башҡорт теле. 2 класс Тема: О — ө хәрефле һүҙҙәр.
Маҡсат: — О — ө хәрефле һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын, күҙәтергә,сағыштырырға өйрәтеү;
— лингвистик фекерләүҙе, ишетеү,һиҙгерлек, иғтибарлыҡ сифаттарын үҫтереү;
— үҙ – ара хеҙмәттәшлек итергә, үҙ фекерен иҫбатлай белергә, һығымталар яһарға өйрәтеү.
№ |
Дәрестең этаптары |
Уҡытыусы эшмәкәрле-ге |
Уҡыусы эшмәкәрлеге |
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге УУЭ |
1 |
Психологик инеш |
— Һаумыһығыҙ! Мин- Нәркәс Сынбулат ҡыҙы. Бөгөн һеҙҙең класта дәрес үткәреүемә бик шатмын.Дәрес алдынан бер-беребеҙгә уңыштар теләйек! (Парталаш иптәше менән усҡа – ус һуғыу, сәпәкәйләү) Слайд 2. Уңыштар Теләйем Һиңә! Үҙемә! |
|
Уҡыу процесына инеп китеү. |
2 |
Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. (үтелгәндәрҙе ҡабатлау) |
Уҡытыусыма! Хәйерле көн! -Уҡыусылар илебеҙҙә ниндәй ҙур ваҡиға бара? (Олимпиада) Иң көслө, тырыш, етеҙ, спортсылар алтын миҙал яулай.Һеҙ ҙә бөгөн дәрестә етеҙ, сос, зирәк булығыҙ. Шул саҡта дәресебеҙ уңышлы үтер.
а) Карточкалар менән эш. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәрҙе ҡуйырға. К…бәләк, …рман, б…ран, …рмәксе.
б) Матур яҙыу. (24-се бит, эш дәфтәре, олатай, өләсәй һүҙҙәре) (Бармаҡтарға күнекмә яһау) Слайд 3. |
Үткән дәрестә үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, ҡабатлай,нығыта.
Парталаш иптәшенең эшен баһалай. Һары түңәрәк-матур яҙылған, күк — |
Үтелгәнде системаға һала, дөйөмләштерә белеү. |
3 |
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.(проблемалы һорау) |
Был бармаҡ- олатай. Был бармаҡ- өләсәй. Был бармаҡ – атай. Был бармаҡ — әсәй. Был бармаҡ – мин. Уның исеме — … (Һәр бала үҙ исемен әйтә)
Картиналы һүҙлек диктанты Һүҙҙәрҙе ике бағанаға яҙырға. Слайд 3. Слайд 5. болот өкө Слайд 4. Слайд 6. ҡолон көсөк
-Ике бағанаға һүҙҙәрҙе ниндәй үҙсәнлектәренә ҡарап бүлдегеҙ? |
Һүҙҙәрҙе ике бағанаға яҙалар.
Дәрестең тамаһын һәм маҡсатын |
Эҙләнеү оҫталығын үҫтереү.Тирә-йүнде танып белеүгә йүнәлтелгән мотивты үҫтереү. Уҡыу хеҙмәттәшлеген,пробле маны, күҙаллауҙы коллектив хәл итеү |
4 |
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. |
-Дәрестең темаһы ниндәй тип уйлайһығыҙ? — О — ө хәрефле һүҙҙәр. — О һәм ө һуҙынҡылары тураһында нимәләр беләһегеҙ? О- ҡалын һуҙынҡы, ө- нәҙек һуҙынҡы.
Һуҙынҡы өндө билдәләгән хәрефтәр һүҙҙә ике эш башҡара. Беренсенән ул үҙен үҙе атай, икенсенән эргәһендә торған тартынҡыны ҡалын йә нәҙек әйтелешле итә. Һығымта яһайыҡ. О-ҡалын һуҙынҡы,тимәк ул алдында торған тартынҡыны ҡалын әйтелешле итә. Ө- нәҙек һуҙынҡы, тимәк ул |
фаразлайҙар,,төрлө варианттар тәҡдим итәләр, теманы асыҡлайҙар.
Һығымта яһайҙар, үҙҙәренең фекерен миҫалдар менән иҫбатлайҙар,иптәштәренең фекере менән килешеү- килешмәүен әйтәләр.
Төркөмдә зшләйҙәр. |
оҫталығын үҫтереүПредметтың йөкмәткеһенән сығып хәл итеү,анализлау һәләте.
Бергәләп эшләй белеү, дискуссияла ҡатнашыу, анализлау, иҫбатлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү. Маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белеү. |
5 |
Ғәмәли эштәр |
эргәһендә торған тартынҡыны нәҙек әйтелешле итә. Төркөмдә эш. Беренсе төркөм-һүҙҙең башында о хәрефле һүҙҙәр яҙа. Икенсе төркөм – һүҙҙең башында ө хәрефле һүҙҙәр. Өсөнсө төркөм – һүҙҙең уртаһында о һәм ө хәрефе булған һүҙҙә яҙа.
1.Дәреслек буйынса эшләү. 24 – се бит, 1- се күнегеү. Тексты уҡытыусы уҡый. Нимә ул ҡурмас? Һүҙлек эше. Ҡурмас – ҡыҙҙырылған бойҙай. -Ҡурмас нисек эшләнә?-тигән һорауға яуап бирерлек дүрт һөйләмде текстан табыу, дәфтәргә яҙыу. Слайд 7. |
Тексҡа таянып, ҡурмастың нимә икәнен үҙҙәре аңлата.
Текст менән эшләй, текстан кәрәкле мәғлүмәтте ала. |
Предмет УУЭ. Предмет йөкмәткеһе менән эшләй белеү. Төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте ҡуллана,уҡыу мәсьәләһен сисеү өсөн кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү. |
|
|
Иң тәүҙә әсәй ни эшләй? Слайд 8. Ҡаҙан ни эшләй? Слайд 9. Әсәй ҡаҙанға нимә һала? Слайд 10. Иген бөртөгө ни эшләй?
Яҙылған һөйләмдәрҙә О һәм Ө хәрефле һүҙҙәрҙе табып һыҙырға. БОЙҘАЙҘЫ БӨРТӨГӨ Һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ниндәй ялғау ҡушылыуын асыҡлау, башҡорт теленең төп законын (сингармонизм) иҫкә төшөрөү, ҡабатлау.
Физкультминутка а) Күҙҙәр менән генә о һәм ө яҙыу б) Баш менән о — ө хәрефтәрен яҙыу |
Алған белемдәрҙе практик эштә ҡулланыу. Мәғлүмәтте айыра белеү.
Һүҙҙәрҙе сағыштыра , башҡорт теленең төп законын (сингармонизм) иҫкә төшөрәләр. |
КоммуникативУУЭ.Бер -гәләп эшләү ысулдарын үҙләштереү. Телмәр оҫталығын үҫтереү. Үҙеңдең мөмкинлектәреңде һәм һәләттәреңде белеү Эҙләнеү оҫталығын үҫтереү.Тирә-йүнде танып белеүгә йүнәлтелгән мотивты үҫтереү. Уҡыу хеҙмәттәшлеген,пробле маны, күҙаллауҙы коллектив хәл итеү оҫталығын үҫтереүПредметтың |
6 |
Йомғаҡлау. |
хәрәкәте эшләү. в) Уң ҡул менән-о, һулы менән — ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү. г) Уң аяҡ менән-о, һулы менән — ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү.
2.Һүҙҙәр төҙөү. Слайд 11. -ө- -о- -ө-ө- -о-о- -ө- -о- -ө-ө- -о-о- -ө- -о- -ө-ө- -о-о- -ө- -о- -ө-ө- -о-о-
SHAPE \* MERGEFORMAT
SHAPE \* MERGEFORMAT
SHAPE \* MERGEFORMAT
SHAPE \* MERGEFORMAT
-Беренсе бағанала ни өсөн нәҙек әйтелешле һүҙҙәр килеп сыҡты? -Икенселә?
Дәрестә нимәләргә өйрәндек? Слайд 12. |
Һүҙҙәр уйлайҙар, һәр бағаналағы һүҙҙәрҙе анализлап, һығымта яһайҙар. |
йөкмәткеһенән сығып хәл итеү,анализлау һәләте. |
7 |
Рефлексив анализ. |
Һөйләмдәрҙе тултырып уҡырға. 1) О —……………… һуҙынҡы. 2) Ө —……………… Һуҙынҡы. 3) Ө — хәрефе………….. һүҙҙә, О- хәрефе ………. һүҙҙә яҙыла. 4) Ҡалын һуҙынҡы эргәһендәге тартынҡы була, нәҙек һуҙынҡы эргәһендәге тартынҡы ………. була.
— Дәрес темаһы аңлашылдымы? — Ауырлыҡтар булдымы? Ниндәй эштәр бик еңел булды? — Дәрестә нисек эшләүегеҙ менән ризаһығыҙмы? — Нисек баһалайһығыҙ? Алтын миҙал- бик яҡшы. Көмөш миҙал – бер аҙ ауырлыҡтар |
Дәрестәге эшмәкәрлекте анализлау,баһалау |
Тирә-яҡтың башҡа объекттары менән бәйләнеш булдырыу. Аралашыу ысулдарына, мотивҡа рефлексия.Киләһе дәресте күҙаллау. |
|
|
булды, аҙыраҡ эшләнем. Бронза миҙал- аңлашылмаған нәмәләр булды, аҙ эшләнем. Уҡыусылар һайлаған миҙалдар буйынса уҡытыусы һығымта яһай.
Өйгә эш биреү. |
|
|