8 (800) 101-04-53 звонок бесплатный с 6:00 по 21:00

“Гүзәл – Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ.”

Автор: Абдуллина Ляйсан Рифовна

Һаҡлағыҙ башҡорт йәнен,

Һаҡлағыҙ башҡорт ерен,

Һаҡлағыҙ башҡорт ғәмен тим,

Һаҡлағыҙ башҡорт илен,

Батыр илен,дан илен-

Ҡояш илен, заң илен,

Башҡорт илен!…        (Р.Солтәнгәрәева.)

    Тыуған төйәгем – Башҡортостаным! Йөрәгемә ҡайһылай яҡынһың һин, йырҙарҙа маҡтап йырланған, шиғыр юлдарына һалынған бай тарихлы төбәгем!

    Тыуған ерем! Йәшел хәтфә болондарыңда аунап, һыуҙарыңда балыҡтай сумып, урмандарыңда емеш – еләктәрен йыйып, киң туғайҙарыңда бесән сабып, ялан – ҡырҙарыңда йүгереп үҫкән еркәйем – алтын бишегем!

    Арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе Мостай Кәримдең шиғри юлдарындағылай Ер шарының картаһында беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бер япраҡ саҡлы ғына булһа ла, ысынын  да япраҡ ҡына түгел, ә Рәсәй дәүләтенең күкрәгенә һыйынған, ел – дауыл, әсе ҡыуандарға бирешмәҫ, тамырҙарын ныҡ итеп йәйгән бай тарихлы республика.

    Беҙҙең илебеҙ батырҙар иле, дан иле, йыр иле, тиҙәр.

    Батырҙар иле, сөнки зифа ҡамышлы күлдәре, ҡоштарға, йәнлектәргә бай урмандары, бормаланып аҡҡан мул һыулы йылғалары, күҙ күреме етмәҫлек  тауҙары бик күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырған.  Бындай “ожмах мөйөшөн” үҙенеке итергә тырышыусылар күп булған, Еребеҙҙең азатлығын һаҡлап, Алдар, Ҡараһаҡал, Батырша,Салауаттар яуға күтәрелгән.

   Ошо ерҙәр өсөн батырҙарыбыҙ күпме яу сапҡан, ҡан ҡойған, тупрағына, хәләл  тирен түккән. Әммә иң ҙур еңеүҙәрҙең береһе – ул суверенитет яулау, башҡорт телен дәүләт теле тип иғлан итеүгә өлгәшеү. Ошо осорҙа республикабыҙ күҙгә күренеп аяҡҡа баҫты, уңышлы аҙымдар яһаны.

   Йырҙар иле… Эйе, Башҡортостаным үҙенең моңло йырҙары, ҡурай моңо менән көслө. Халҡым, үҙ ерендә   үҫкән ҡурайҙы музыка ҡоралы итеп, оҙон һәм ауыр тарих юлдарын йыр менән, ҡурай менән бергә үткән. Халыҡты ер, ирек өсөн көрәшкә әйҙәүсе батырҙарҙың да ҡулында ҡурай булған.

                                                                   Салауат менгән туры аттың

                                                                  Маңлайында булыр урайы,

Салауат батыр яуға өндәгәндә

                                                                   Уң ҡулында  булыр ҡурайы,-

тип йырлаған халыҡ. Ҡаһым түрә яуҙа көмөштән яһалған ҡурай йөрөткән һәм Париж урамдарында шул ҡурайында уйнаған.

    Илебеҙ дуҫлыҡ, туғанлыҡ иле лә. Бына нисәмә йылдар инде Башҡортостан  халҡы  үҙ – ара аңлашып, дуҫ һәм татыу ғүмер итеп килә. Беҙҙә бер милләткешеһенә лә түбәнһетеп ҡарау юҡ. Төрлө телдәрҙәге баҫмаларҙың донъя күреүе, мәктәптәрҙә уҡытыуҙың алты телдә алып барылыуы һәм ун дүрт телдең  туған тел  булараҡ өйрәнелеүе, байрам сараларында төрлө халыҡ вәкилдәренең  әүҙем ҡатнашыуы нәк ошо турала һөйләй ҙә инде.

   Башҡорт ере, уның ҡунаҡсыл  халҡы береһен дә ҡыйырһытманы, ситкә типмәне. Халыҡ – ара татыулыҡ —  беҙҙең башҡа тарафтар алдында ҙур ҡаҙанышыбыҙ һәм беҙ шуның менән көслө.

   Әлеге көндә беҙ, үҙаллы республикала йәшәһәк тә, Рәсәй илендәбеҙ. Һәр эште улар менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ.

   Дуҫ, татыу булғанда ғына беҙҙең ил гөрләп торасаҡ. Ҡурҡыныстар ҙа беҙҙе ҡурҡытмай, сөнки беҙ бер – беребеҙгә ҙур таяныс булып торабыҙ.

   Шундай  матур тәбиғәтле, дуҫлыҡ көслө булған илдә һәр алһыу таңды тыныслыҡта ҡаршы алыу әҙәм балаһы өсөн оло бәхеттер.

   Мин үҙемде ошо илдә тыуғаныма, үҙ телемдә һөйләшә алыуыма, яҡты, заманса йыһазландырылған мәктәптә белем алыуыма, атай – әсәйемдең, илемдең бер иркә ҡыҙы булыуыма сикһеҙ бәхетле тип һанайым.

   Әле мин уҡыусы ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты өмөттәр менән йәшәйем. Хыялым – тирә – яғыбыҙҙы биҙәп үҫкән сәскәләр араһында үҙ урынымды табып, сәскә кеүек донъяға нур, кешеләргә  шатлыҡ өләшеү. Илем, телем,  халҡым, ерем үҫешенә үҙемдеңһайлаған һөнәрем менән ҙур өлөш индереү.

   Мин Башҡортостандан ситтә йәшәй алмаҫ инем. Сөнки ул – минең Тыуған ерем. Ҡоштар ҙа бит көҙ көнө йылы яҡтарға осһа ла, яҙ кире  әйләнеп ҡайта.

    Мин башҡорт ҡыҙымын, мәктәптә башҡорт телен яратып өйрәнәм. Беҙҙең мәктәптә төрлө милләт балалары уҡый. Беҙ бер – беребеҙҙең телен, йолаһын, мәҙәниәтен ихтирам итәбеҙ. “Һин башҡорт ” йә “һин татар” тип беҙҙе берәүҙә кәмһетмәй, ә урыҫ балалары тырышып башҡорт телен өйрәнә. Беҙ бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ.

Йәшәй һиндә, Башҡортостан,

                                                               Башҡорт, татар, урыҫы.

                                                                      Был донъяла татыу йәшәү –

                                                          Һәр кешенең бурысы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

×
×