Автор: Субхангулова Райля Ураловна
Уҡытыусыға һәйкәл асыу тантанаһының сценарийы.
Сценарийҙың авторы Әбйәлил районы
Байым урта мәктәбенең
тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары
Собханғолова Рәйлә Урал ҡыҙы
«Йөрәгемде балаларға бирәм!»
Үткәреү урыны: Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе
Ваҡыты: 06.10.2022йыл, сәғәт 11.00.
Майҙансыҡ байрамса биҙәлгән. Мәктәп тураһында йырҙар яңғырап тора.
Уҡытыусыға һәйкәл аҡ туҡыма менән ҡапланған.
Сәғәт 11.00. – 1,11 –се класс уҡыусылары мәктәп формаһында, 2-4-се кластар хәрби кейемдәрҙә, 5-се кластар шайморатовсыларҙың махсус костюмдарында, сәнғәт мәктәбе, “Шатлыҡ”бейеү ансамле тәрбиәләнеүселәре башҡорт милли кейемдәрендә “Башҡортостан – тыуған илем” бейеүҙәр флешмобы менән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай.
Флешмоб аҙағында “йәнле “ коридор барлыҡҡа килә. Ҡунаҡтар һәйкәл янына үтәләр.
Фанфары алып барыусылар өсөн
Сараны алып баралар: Сәйетғәлин Марс Мөҙәрис улы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
Собханғолова Рәйлә Урал ҡыҙы- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
1-се алып барыусы:
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.
2-се алып барыусы:
Уҡытыусым!
Ғәжәп оло мәғәнә
Ябай ғына ошо бер һүҙҙә! —
Ҡояш булып балҡый һинең исем,
Уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә!
1-се алып барыусы:
Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, педагогик хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар.
2-се алып барыусы:
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, ырыуҙаштар, милләттәштәр!
1-се алып барыусы:
Бөгөн беҙҙә, Байым ерлегендә, оло байрам – мәңгелек һөнәр эйәләре, үҙ эше оҫталары – Уҡытыусы хеҙмәтенә арналған һәйкәл асыу тантанаһы.
2-се алып барыусы:
Йөрәгемде балаларға бирәм, тип Уҡытыусы ғалимдарҙы, ябай эшселәрҙе, өйрәнсекте, һөнәрсене, игенсене, ташсыны, космонавты, малсыны, йәғни беҙҙе, тәрбиәләй, киләсәкте әүәләй.
Көслө фанфары
.
1-се алып барыусы:
— Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу тантанаһын асыу өсөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы – уҡыу һәм йәмәғәт эше алдынғыһы, спортсмен, физкультура фәне буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһында региональ этап призеры –Әғзамов Инсаф Руслан улына бирелә.
2-се алып барыусы: Рәсәй Федерацияһының ң дәүләт гимны яңғырай
РФ- ң гимны
1-се алып барыусы: Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы – уҡыу һәм йәмәғәт эше алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһында региональ этап еңеүсеһе –Хәлилова Гөлфиә Фәиз ҡыҙына бирелә.
2-се алып барыусы: Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны яңғырай .
БР-ң гимны
1-се алып барыусы: Уҡытыусыға һәйкәл асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашалар:
-Әбйәлил районы хакимиәт башлығының социаль үҫеше буйынса урынбаҫары Ғафаров Вадим Фәнил улы.
— Мәғариф бүлеге начальнигы – Илһамов Батыр Харис улы.
— Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу инициаторы, ойоштороусы. Әбйәлил районы ветерандар советы рәисе Төлкөбаев Ансар Ғаттар улы
2-се алып барыусы: Шулай уҡ, мәғариф ветерандары, район мәктәптәре директорҙары,Байым ауыл хакимиәтенән вәкилдәр, Байым урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары коллективы, ата-әсәләр ҡатнашалар.
1-се алып барыусы: Иң көслө, рухлы, талантлы уҡытыусының һыҙаттарын һынландырған һәйкәлдең тап Әбйәлилдә урын алауы бөтөн район өсөн оло ҡыуаныс һәм сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята.
2-се алып барыусы: Йола буйынса, баш һүҙҙе район етәкселегенә — Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль үҫеше буйынса урынбаҫары Гафаров Вадим Фәнил улына,
1-се алып барыусы: Мәғариф бүлеге начальнигы Илһамов Батыр Харис улына,
2-се алып барыусы: Район ветерандар советы рәисе Төлкөбаев Ансар Ғаттар улына бирелә
Ҡунаҡтарҙың сығыштары
1-се алып барыусы: Тантананың иң тулҡындандырғыс моментына килеп еттек!
Уҡытыусығы ҡуйлған һәйкәлде рәсми рәүештә асыу хоҡуғы –
Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль үҫеш буйынса урынбаҫары Гафаров Вадим Фәнил улына,
2-се алып барыусы: Район мәғариф бүлеге начальнигы Илһамов Батыр Харис улына
1-се алып барыусы: Район ветерандар советы рәисе Төлкөбаев Ансар Ғаттар улынана
2-се алып барыусы: Байым урта мәктәбе директоры Зарипова Зилә Шәғәли ҡыҙына тапшырыла.
Һәйкәлгә ябылған япма алына. ФАНФАРЫ
ЙЫР “ УҠЫТЫУСЫМА” (А .Ҡобағошов көйө, М.Кәрим һүҙҙәре)
1-се алып барыусы: Уҡытыусыға асылған һәйкәлгә , тәүге тере гөлләмәләрҙе Байым урта мәктәбенең 15 – се сығырылыш уҡыусылары, класташтар, коллегалар, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Байым урта мәктәбенең уҡытытыусылары Гельмитдинова Г.Й. , Абдрафикова Ә.Б. илтәләр.
СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫУ. ФАНФАРЫ
1-се алып барыусы: Уҡытыусы исеме мәңге ғорур яңғыраһын, юғары абруйы һәр бала йөрәгендә мәңге һаҡланһын.
2-се алып барыусы: Һүҙ педагогик хеҙмәт ветерандарына — Өлкән уҡытыусы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, почет билдәһе ордены кавалеры Мәүлидә Әбүзәр ҡыҙына һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Н.К. Крупская исемендәге премия лауреаты Магасумов Миҙхәт Мортаҙа улына бирелә.
Ветеран уҡытыусыларҙың сығыштары
1-се алып барыусы: Уҡытыусым!
Халҡың менән бергә-бергә
Өләшәһең зиннәт, эҙләнеп.
Оло хеҙмәт өсөн, уҡытыусым,
Баш эйәмен һиңә теҙләнеп!
Бар уҡыусың ғалим булмаһа ла,
Кеше булһын, ҡылһын изгелек.
Һәр дәресең шуға хеҙмәт итһен,
Шөғөлөң бит һинең мәңгелек.
Һәр саҡ уңыш, еңеү килһен,
Мәктәп, ғилем юлында.
Онотмағыҙ: Башҡортостан киләсәге
Уҡытыусы ҡулында!..
2-се алып барыусы: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ошоноң менән тантана тамам, Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Ҡунаҡтар менән ФОТО төшөү