8 (800) 101-04-53 звонок бесплатный
с 6:00 по 21:00
?>

Рабочая программа по предмету родной (башкирский) язык и литература

Автор: Гареева Лилия Тайфуровна

1.      Аңлатма яҙыу

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән 11-се кластар өсөн эш программаһы түбәндәге норматив документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

1.  Дәүләт белем биреү стандарттарының башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреүҙең федераль компоненты (Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф һәм Фән  министрлығының 1089-сы һанлы бойороғо менән 05.03.2004 йылда раҫланған);

2. Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5 – 11-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары. – Өфө: Китап, 2017. Төҙөүселәре: Хажин В.И., Вильданов Ә.Х., Аҡҡужина Ф.Ә.

3. Семилетка урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡытыу предметтары, курстарының эш программалары структураһы, уларҙы төҙөү һәм раҫлау тураһындағы положениеһы;

4. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы (25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән);

5.  «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы (15.02.1999 №216-3);

6.  Семилетка урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2018-2019 уҡыу

йылына уҡыу планы.

Уҡыу планында “Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте предметының урыны

     Башҡортостан  Республикаһы  Дүртөйлө  районы  муниципаль  районы  Семилетка  ауылының   урта дөйөм   белем  биреү  мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү  учреждениеһының «Уҡыу планы»на һәм базислы уҡыу планына ярашлы рәүештә 11-се  класта туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтте уҡытыуға аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән. Дөйөм сәғәттәр һаны – 67 сәғәт.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт телен уҡытыуҙың өсөнсө баҫҡысы 10-11-се кластарға тура килә. 11-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү. Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү.

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор  әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының төрлө жанр һәм тематикалы әҫәрҙәре өйрәнелә.

Башҡорт  теле  курсының  коммуникатив-эшмәкәрлек  йүнәлешен  көсәйтеү,  уны  белем  алыуға  метапредмет  һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тип яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылығты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы-предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай алыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡ улланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән крһәтеү һ.б.); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡ орт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

«Башҡорт теле» предметын уҡытыуҙың төп маҡсаты булып башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡи-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү тора.Ошо маҡсаттан сығып,  предметты уҡытыуҙың төп бурыстары билдәләнде:

1. Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

3. дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү һөҙөмтәһендә 11-се класс уҡыусылары түбәндәгеләргә өлгәшергә тейеш:

        өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

        яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

        тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү:

         телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу;

        ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

        һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү; текстың планын төҙөү; текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

        бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү; текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу; тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү; 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

        тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу; тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү; әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

        текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.


 

2.      Календарь-тематик планлаштырыу

 

Тема

Сәғәт

һаны

Үткәреү ваҡыты

Йыһазландырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

 

Календарь буйынса

Фактик

 

1-се ярты йыллыҡ (32 сәғәт)

 

М. Кәрим ижады (14 сәғәт)

 

1

Башҡорт теле тураһында дөйөм төшөнсә.

1

04.09

 

Тел тураһында мәҡәлдәр, өҫтәлмә белешмә материалдар                                                                                                                                                                                                                                                                                                           

 

Телдең ижтимағи әһәмиәте. Милләт һәм тел. Миили тел һәм милли мәҙәниәт, уларҙың бер-береһенә бәйле булыуы. Милли телдең милләттең үҫеш тарихына бәйле булыуы. Башҡорт халҡының һәм теленең формалашыу тарихы. Хәҙерге башҡорт теле, уның диалекттары, һөйләштәре һәм һөйләшсәләре, уларҙың таралыу сиктәре.Төрки ырыуҙарының боронғо әҙәби теле (5-10-сы быуаттар) һәм уның өлгөләре. Рун һәм уйғыр яҙыуы тураһында төшөнсә. Ғәрәп яҙыуының төрки халыҡтарына килеп инеү тарихы, уның өлгөләре тураһында белешмә. Дөйөм башҡорт халыҡ теленең формалашыуы. Халыҡ ижады әҫәрҙәренең теле тураһында төшөнсә. Башҡорт теленең беренсе әлифбаларын төҙөүселәр: В. В. Катаринский, А. Г. Бессонов, М. А. Ҡулаевтарҙың эшмәкәрлеге тураһында белешмә биреү. Күренекле башҡорт тел ғалимдары тураһында белешмә һәм уларҙың башҡорт тел ғилеме тармаҡтарын үҫтереү буйынса эшмәкәрлегенә баһа биреү. Телмәр стилдәре, уларҙың төрҙәре, айырым стилдәрҙе барлыҡҡа килтереүсе лексик, фонетик, морфологик һәм синтаксик саралар. Телмәрҙең функциональ-семантик стилдәргә бүленеше, уларҙың ҡулланыу сфераһы, һәр береһенең телмәр төрө булараҡ үҙенсәлектәре. Төрлө телмәр стиленә ҡараған текстарҙы таный һәм төҙөй белеү күнекмәләре өҫтәндә практик эштәр.

 

Тел ғилеменең бер бүлеге булараҡ синтаксис тураһында төшөнсә (8-9-сы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау). Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Һүҙ һәм һөйләм, һүҙбәйләнеш, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө.

 

2

Башҡорт теленең диалекттары. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле.

1

07.09

 

Тел тураһында мәҡәлдәр, өҫтәлмә белешмә материалдар, һүҙлектәр, тиҙәйткестәр                                                                                                                                                                                                                                                                                                           

 

3

Инеш диктант “Скрипка”.

1

11.09

 

Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы, 181-се бит

 

4

Хаталар өҫтөндә эш. Синтаксис һәм тыныш билдәләре. Һүҙбәйләнеш.

1

14.09

 

Тема буйынса таблицалар, тиҙәйткестәр

 

5

М. Кәримдең тормош юлы һәм поэзия өлкәһендәге эшмәкәрлеге. “Таш өҫтөндәге гөлдәр”.

1

18.09

 

 

Шағирҙың портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

6

М. Кәрим. “Башҡорт халҡына яуап хат”, «Декабрь йыры».

1

21.09

 

 

7

М. Кәрим. “Йылмайыу”, “Сер”, «Ҡара һыуҙар».

1

25.09

 

 

8

М. Кәримдең проза әҫәрҙәре. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”.

1

28.09

 

Шағирҙың портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

9

Ябай һөйләм.

1

02.10

 

Тема буйынса таблица, өҫтәмә күнегеүҙәр

 

10

Һөйләмдең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре (хәбәр, һорау һөйләмдәр).

1

05.10

 

 

11

М. Кәримдең драматургия өлкәһендәге эшмәкәрлеге. “Ай тотолған төндө”.

1

09.10

 

Шағирҙың портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

12

М. Кәрим “Ташлама утты, Прометей!”

1

12.10

 

 

13

Аңлатмалы диктант “Ҡомартҡы”.

1

16.10

 

М. Ғ. Усманова, З. М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009. – 157се бит.

 

14

Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

1

19.10

 

Тема буйынса таблица, өҫтәмә күнегеүҙәр

 

Р. Ғарипов ижады (5 сәғәт)

 

15

Рәми Ғарипов поэзияһы.”Йырҙарыма ҡайтам”, “Урал йөрәге”.

1

23.10

 

Шағирҙың портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Уларҙың баш киҫәктәрҙе асыҡлап, уға эйәреп килеүе. Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше. Аныҡлаусы һәм аныҡланыусы һүҙ.Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлектәр, уларҙың үҙенсәлектәре. Тултырыусылар, уларһың ҡылым менән бирелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы, исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе. Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар.

 

16

Р. Ғарипов. “Салауат батыр”,  “Табыныу”.

1

26.10

 

 

17

Р. Ғарипов. “Шағир”, “Батырша”.

1

06.11

 

 

18

Инша “Минең тыуған ауылым”.

1

09.11

 

Газета-журнал мәҡәләләре, шиғырҙар

 

 

19

Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Тултырыусы.

1

13.11

 

Тема буйынса таблица, өҫтәмә күнегеүҙәр

 

Ә. Хәкимов ижады – (5 сәғәт)

 

20

Ә. Хәкимов “Өйөрмә” (романдан өҙөк).

1

16.11

 

Яҙыусының портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Хәлдәрҙең телмәрҙәге роле. Хәлдәрҙең мәғәнәләре, үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше. Башҡорт телендәге хәлдәрҙе рус телендәге хәлдәр менән сағыштырыу, уларҙың оҡшашлығы һәм үҙенсәлектәре. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

 

 

Ә. Хәкимдең тормошо һәм ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исемдәренең мәғәнәһен асыу. Үҙәк проблемаларын асыҡлау.

 

 

 

21

Хәлдәр, уларҙың төрҙәре, бирелеше.

1

20.11

 

Тема буйынса таблица

 

22

Изложение “Поезда”.

1

23.11

 

М. Ғ. Усманова, З. М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009. – 161-се бит.

 

23

Хаталар өҫтөндә эш. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

1

27.11

 

Тема буйынса таблица

 

24

Ә. Хәкимов “Бәйге”.

1

30.11

 

Яҙыусының портреты, китаптары

 

Ғ. Хөсәйенов ижады (6 сәғәт)

 

25

Ғ. Хөсәйенов “Тормош”. Парсалар.

1

04.12

 

Яҙыусының портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Һөйләм аңлатҡан мәғәнәнең тулы асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең һөйләмдә бирелеүе. Алдағы һөйләмдәрҙән йәки фекер ағышынан аңлашыла торған һүҙҙәрҙең еңел генә төшөп ҡалыу мөмкинселеге. Рус телендәге шундай уҡ һөйләмдәр менән сағыштырыу. Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр: өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр.

 

Әҙиптең тормошо, ижады һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге тураһында белешмә. Тормош тураһында уйланыуҙар. Тарихи-документаль повестың йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп идеяһын асыҡлау. Унда ҡаһарманлыҡ һәм фажиғә, киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.  “Ҡанлы 55” – тарихи тематикалы роман.

 

26

Ғ. Хөсәйенов “Ер”. Парсалар.

1

07.12

 

 

27

Ғ. Хөсәйенов “Рудасы Исмәғил Тасим улы”.

1

11.12

 

 

28

Ғ. Хөсәйенов “Ҡанлы илле биш”.

1

14.12

 

 

29

Контроль диктант “Берлин “башҡорто”.

1

18.12

 

М. Ғ. Усманова, З. М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009. – 150-се бит.

 

30

Хаталар өҫтөндә эш. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

1

21.12

 

Тема буйынса таблицалар, өҫтәмә күнегеүҙәр, тиҙәйткестәр

 

Р. Бикбаев ижады ( 5 сәғәт)

 

31

Р. Бикбаевтың тормошо һәм ижады. “Ғүмер уртаһы”,

 

1

25.12

 

Шағирҙың портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

Айырымланыу тураһында төшөнсә. Телмәрҙә айырым мәғәнә төҫмөрләнешен биреү өсөн ҡайһы бер һөйләм киҫәгенең интонация менән айырым әйтелеүе, уның һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенә мөнәсәбәте. Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу, уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә файҙаланыу, дөрөҫ интонация меән уҡыу.

 

32

Р. Бикбаев “Ете быуыным”, “Салауат ҡылысы”.

1

28.12

 

 

                                                              2-се ярты йыллыҡ  ( 34 сәғәт)

 

33

Р. Бикбаев “Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе”.

1

15.01

 

 

34

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

1

18.01

 

Тема буйынса таблицалар, өҫтәмә күнегеүҙәр, тиҙәйткестәр

 

Р. Бикбаевтың тормошо һәм ижады тураһында белешмә. Шиғырҙарының, поэмаһынан өҙөктәң идея-тематик йөкмәткеһен, проблемаларын асыҡлау.

 

35

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ябай һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

22.01

 

 

Н. Мусин ижады  (7 сәғәт)

 

36

Н. Мусиндың тормошо һәм ижады. “Ауылым юлы”.

1

25.01

 

Яҙыусының портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Ҡушма һөйләм төрҙәре. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Уларҙың икенән артыҡ ябай һөйләмдәрҙән тороуы. Төрҙәре. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр: тиң эйәрсән һөйләмле һәм тиң булмаған эйәрсән һөйләмле, күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, уларҙағы тыныш билдәләре.

Яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында белешмә. Повестарының тематикаһы. Повестарҙа мораль-этик проблема. Кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте. “Мәңгелек урман” романында сағылдырылған тарихи осор. Уның ҡаршылыҡтары. Халыҡтың милли-колониаль иҙелеүен һүрәтләү. Романдың художестволы эшләнеше. Повеста ғаилә, мөхәббәт, бала тәрбиәләү, әҙәп, әхлаҡ проблемалары.

 

37

Н. Мусин “Мәңгелек урман”.

1

29.01

 

 

38

Н. Мусин “Шайтан ҡуласаһы”.

1

01.02

 

 

39

Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1

05.02

 

Тема буйынса таблицалар, карточкалар, тел көрмәлдергестәр

 

40

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

1

08.02

 

 

41

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.

1

12.02

 

 

42

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.

1

15.02

 

 

А. Абдуллин ижады (4 сәғәт)

 

43

А. Абдуллин “Ун өсөнсө председатель”.

1

19.02

 

Яҙыусының портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә, улар составындағы ябай һөйләмдәрҙең үҙ-ара теҙмә юл менән дә, эйәртеүле юл менән дә бәйләнеүе. Теҙемдәр. Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм уртаһындағы һәм аҙағындағы тыныш билдәләре.

 

Яҙыусының биографияһы һәм ижады тураһында белешмә. “Ун өсөнсө председатель” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Әҙәп-әхлаҡ мәсьәләһе. Сәғәҙиев образы. Эшмәкәр етәксенең чиновниктар менән бәрелеше. Образдар системаһы. Коллектив образы. Әҫәрҙең популярлығы. Мәскәүҙә Вахтанов исемендәге театрҙа ҙур уңыш менән барыуы. А. Абдуллин драмаларының башҡорт һәм Рәсәй драма театрҙарында тотҡан урыны.

 

44

Изложение “Хушлашыу”.

1

22.02

 

М. Ғ. Усманова, З. М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009. – 162-се бит.

 

45

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр. Теҙемдәр.

1

26.02

 

Тема буйынса таблицалар, карточкалар, тел көрмәлдергестәр

 

46

Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

01.03

 

Дәреслек (76-сы бит, 109-сы күнегеү)

 

Р. Солтангәрәев ижады (5 сәғәт)

 

47

Р. Солтангәрәев “Хамбал”.

1

05.03

 

Яҙыусының портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында төшөнсә. Тура телмәрҙең һәм автор һүҙҙәренең һөйләмдә урынлашыу тәртибе. Тура телмәрҙең бер формаһы булараҡ диалог. Тура һәм ситләтелгән телмәрҙең айырмаһы. Тыныш билдәләре. Текст төҙөлөшө. Конспект һәм тезис. Эш ҡағыҙҙары төҙөү. Ижади һәм стилистик-синтаксик күнегеүҙәр эшләү.

 

Яҙыусының тормошо һәм ижады. Хикәйәләрендә оло быуын вәкилдәре менән йәш быуынды ҡаршы ҡуйып һүрәтләү. “Хамбал” хикәйәһендә Бөйөк Ватан һуғышы килтергән аслыҡ һәм ауыр тормоштоң һүрәтләнеүе.

“Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһендә оҙаҡ йылдар улын көткән ҡарт әсә образы. Уның уй-һағыштары. Әҫәрҙәге психологизм. Әҫәрҙең художество үҙенсәлеге.

 

48

Р. Солтангәрәев “Ҡиәмәтлек кейәү”.

1

12.03

 

 

49

Тура һәм ситләтелгән телмәр.

1

15.03

 

Тема буйынса таблицалар

 

50

Иҫкәртмәле диктант “Аҡылға теүәлбеҙме?”

1

19.03

 

М. Ғ. Усманова, З. М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009. – 151-се бит.

 

51

Хаталар өҫтөндә эш.   Текст төҙөлөшө.

1

22.03

 

Төрлө текстар яҙылған карточкалар

 

Д. Бүләков ижады (5 сәғәт)

 

52

Д. Бүләков ижады.

1

02.04

 

Яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, электрон дәреслек.

 

Яҙыусының тормошо һәм ижады. “Килмешәк” романының идея-тематик йөкмәткеһе.Унда ижтимағи,иҡтисади,мораль-этик мәсьәләләрҙең ҡуйылышыһәм хәл ителеше.Әҫәрҙә ерҙе, тәбиғәтте һаҡлау өсөнкөрәш темаһы.

 

53

Д. Бүләков  «Килмешәк»

1

05.04

 

 

54

Д. Бүләков “Ғүмер бер генә”.

1

09.04

 

 

Әҫәрҙең теле, художество эшләнеше. “Ғүмер бер генә” романында заман темаһы һәм экология, ғаилә, мөхәббәт мәсьәләләре. Романдың тел-стиль, художество үҙенсәлектәре.

 

 

 

55

Д. Бүләков “Ғүмер бер генә”.

1

12.04

 

 

56

 Инша “Мәктәбемә рәхмәт һүҙем”.

1

 

 

16.04

 

Газета-журнал мәҡәләләре

 

Х. Назар ижады ( 11 сәғәт)

 

57

Хаталар өҫтөндә эш. Х. Назар “Сәңгелдәк”.

1

19.04

 

Шағирҙың портреты, өҫтәмә биографик материалдар, китаптары күргәҙмәһе, әҙәбиәт буйынса электрон дәреслек, компьютер, тиҙәйткестәр яҙылған плакат

 

 

 

 

Фонетика, лексика, морфология, ябай һәм ҡушма һөйләм синтаксисы, пунктуация бүлектәре буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм йомғаҡлау.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Х. Назарҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында белешмә. Тәүге йыйынтыҡтары: “Бөркөттәр төйәге”,

 

58

Х. Назар “Тау шишмәһе”.

1

23.04

 

 

59

Х. Назар “Әсәйем”, “Атай тауышы”.

1

26.04

 

 

60

Х. Назар “Шәмсыраҡ”.

1

30.04

 

 

61

Х. Назар “Йәшәйем”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

03.05

 

 

62

Фонетика , һүҙьяһалыш буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

07.05

 

Тема буйынса таблицалар, индивидуаль карточкалар, тестар, тиҙәйткестәр

 

М. Ғ. Усманова, З. М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009. – 151-се бит.

 

63

Лексика һәм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

10.05

 

 

64

Ябай һөйләм синтаксисы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

14.05

 

 

65

 Контроль диктант “Нефрит – күк ташы”.

1

      17.05

 

 

66

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡушма һөйләм синтаксисы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

21.05

 

 

 

67

Әҙәбиәт буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

24.05

 

 

 

 

 

 

 

Эш  төрҙәре

Ярты йыллыҡтар

 

1

2

Диктант

3

2

Изложение

1

1

Инша

1

1

       

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

3.      Уҡытыу предметының  йөкмәткеһе

 Мостай Кәрим  (14сәғәт)

Мостай Кәримдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. Мөхәббәт һәм нәфрәт темаһы.Һуғыштан һуңғы ижадында хеҙмәткә,бәхетле, тыныс тормошҡа дан йырлау. “Ҡара һыуҙар” поэмаһында төп темаларҙың контраст бирелеүе:һуғыш һәм тыныслыҡ,батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ. Фәлсәфәүи шиғырҙарында тормош, яҙмыш тураһында уйланыуҙары. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ проблемаһының ҡуйылышы.Повеста йәмғиәттең,ғаиләнең роле.Әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәре. “Ай тотолған төндә” трагедияһында башҡорт ырыуҙары көнкүрешенең һүрәтләнеүе.Трагедияның жанр үҙенсәлектәре. Трагедияларында азатлыҡ өсөн көрәш идеяһының сағылышы.Трагедияның драматик эшләнеше,поэтик теле һәм стиле.

Телдең ижтимағи әһәмиәте. Милләт һәм тел. Миили тел һәм милли мәҙәниәт, уларҙың бер-береһенә бәйле булыуы. Милли телдең милләттең үҫеш тарихына бәйле булыуы. Башҡорт халҡының һәм теленең формалашыу тарихы. Хәҙерге башҡорт теле, уның диалекттары, һөйләштәре һәм һөйләшсәләре, уларҙың таралыу сиктәре.Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Һүҙ һәм һөйләм, һүҙбәйләнеш, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө. Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше: теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе саралар. Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре, уларҙы рус телендәге бәйләнештәр менән сағыштырыу. Һөйләмдең баш киҫәктәре, уларҙың бирелеше.

Рәми Ғарипов  (5 сәғәт)

Р.Ғариповтың биографияһы һәм ижады. Тыуған төйәккә, хеҙмәткә дан йырлау. Лирик шиғырҙарының тематикаһы.Шиғри хикәйәт һәм ҡобайырҙары. Шиғри хикәйәтендә Башҡортостан, ир-егеттәр образы. Ҡобайырҙары.Тыуған ил,халыҡ яҙмышы, ил улдары тураһында уйланыуҙары.

Поэмалары. Шәхес культы йылдарында ил, халыҡ,милли интелигенцияның эҙәрлекләнеүе фажиғәһенең күрһәтелеүе. Донъя һәм мөхәббәт темалары. Поэтик эшләнеше.

 

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Уларҙың баш киҫәктәрҙе асыҡлап, уға эйәреп килеүе. Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше. Аныҡлаусы һәм аныҡланыусы һүҙ.Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлектәр, уларҙың үҙенсәлектәре. Тултырыусылар, уларҙың ҡылым менән бирелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы, исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе. Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар.

Әхиәр Хәким   (5сәғәт)

Ә.Хәкимдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге. Ә.Хәким-романист. “Өйөрмә” романында утыҙынсы йылдар фажиғәһе.Репрессияға юлыҡҡан башҡорт интеллегенцияһы,яҙыусылары яҙмышының һүрәтләнеше. Символик мәғәнәле өйөрмә образы.Тоталитар режимдың сағылышы.

Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Хәлдәрҙең телмәрҙәге роле. Хәлдәрҙең мәғәнәләре, үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше. Башҡорт телендәге хәлдәрҙе рус телендәге хәлдәр менән сағыштырыу, уларҙың оҡшашлығы һәм үҙенсәлектәре. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

Ғайса Хөсәйенов  (6 сәғәт)

Әҙиптең  биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.  Парсаларында тормош тураһында уйланыуҙары.“Рудасы Исмәғил Тасим улы” тарихи-документаль повесын үҙләштереү,төп идеяһын асыҡлау.Унда  ҡаһарманлыҡһәм фажиғә,киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.“Ҡанлы илле биш” —  тарихи тематикалы роман.Романдың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Һөйләм аңлатҡан мәғәнәнең тулы асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең һөйләмдә бирелеүе. Алдағы һөйләмдәрҙән йәки фекер ағышынан аңлашыла торған һүҙҙәрҙең еңел генә төшөп ҡалыу мөмкинселеге. Рус телендәге шундай уҡ һөйләмдәр менән сағыштырыу. Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр: өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр.

Рауил Бикбаев  (5 сәғәт)

Тормош юлы һәм фәнни эшмәкәрлеге. “Ғүмер уртаһы” шиғырында халыҡ,тыуған ил,ғүмер тураһындағы уйҙары. “Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында социаль,иҡтисади,экологик һәм мораль — этик проблемаларҙың ҡуйылышы. “ Ете быуыным” ,”Салауат ҡылысы” шиғырҙарында милләттең изге аманаты,рухи байлығы, йолалары сағылышы. “Бөрйән ҡарағайы”, “ Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе” шиғырҙарында замана,мораль-этик мәсьәләләр.

Айырымланыу тураһында төшөнсә. Телмәрҙә айырым мәғәнә төҫмөрләнешен биреү өсөн ҡайһы бер һөйләм киҫәгенең интонация менән айырым әйтелеүе, уның һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенә мөнәсәбәте. Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу, уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә файҙаланыу, дөрөҫ интонация меән уҡыу.

Ноғман Мусин  (7 сәғәт)

Яҙыусыныңбиографияһыһәмижады.Тәүге хикәйәләре.“Ауылым юлы” повесының тематикаһы.Әҫәрҙә мораль-этик проблема.Кешенең тәбиғәткә,хеҙмәткә мөнәсәбәте.“Мәңгелек урман” романында сағылдырылған тарихи осор.Уның ҡаршылыҡтары. Геройҙарҙың яҙмышы аша халыҡтың социаль,милли-колониаль иҙелеүен һүрәтләү.Романдың художество эшләнеше,композицияһы.“Шайтан ҡуласаһы” повесында ғаилә,мөхәббәт, бала тәрбиәләү,әҙәп,әхлаҡ проблемалары.

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Ҡушма һөйләм төрҙәре. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Уларҙың икенән артыҡ ябай һөйләмдәрҙән тороуы. Төрҙәре. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр: тиң эйәрсән һөйләмле һәм тиң булмаған эйәрсән һөйләмле, күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, уларҙағы тыныш билдәләре.

Азат Абдуллин  (4 сәғәт)

Яҙыусының биографияһы,ижад юлы. “Ун өсөнсө председатель” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.Драмала әҙәп-әхлаҡ мәсьәләһе.Әҫәрҙең популярлығы, Мәскәүҙә Вахтанов исемендәге театрҙа ҙур уңыш менән барыуы.

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә, улар составындағы ябай һөйләмдәрҙең үҙ-ара теҙмә юл менән дә, эйәртеүле юл менән дә бәйләнеүе. Теҙемдәр. Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм уртаһындағы һәм аҙағындағы тыныш билдәләре.

Рәшит Солтангәрәев  (5 сәғәт)

Яҙыусының тормошо һәм ижады. “Хамбал” хикәйәһендә Бөйөк Ватан һуғышы килтергән аслыҡ һәм ауыр тормоштоң һүрәтләнеүе. Яуыз Хамбал образы, уның фажиғәле үлеме. “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһендә оҙаҡ йылдар улын көткән ҡарт әсә образы.Уның уй- һағыштары.Хикәйәләге психологизм. Әҫәрҙең художество үҙенсәлеге.

Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында төшөнсә. Тура телмәрҙең һәм автор һүҙҙәренең һөйләмдә урынлашыу тәртибе. Тура телмәрҙең бер формаһы булараҡ диалог. Тура һәм ситләтелгән телмәрҙең айырмаһы. Тыныш билдәләре. Текст төҙөлөшө. Конспект һәм тезис. Эш ҡағыҙҙары төҙөү. Ижади һәм стилистик-синтаксик күнегеүҙәр эшләү.

Динис Бүләков  (5 сәғәт)

Яҙыусының тормошо һәм ижады. “Килмешәк” романының идея-тематик йөкмәткеһе.Унда ижтимағи,иҡтисади,мораль-этик мәсьәләләрҙең ҡуйылышыһәм хәл ителеше.Әҫәрҙә ерҙе, тәбиғәтте һаҡлау өсөнкөрәш темаһы. Әҫәрҙең теле, художество эшләнеше. “Ғүмер бер генә” романында заман темаһы һәм экология, ғаилә, мөхәббәт мәсьәләләре. Романдың тел-стиль, художество үҙенсәлектәре.

Хәсән Назар   (11 сәғәт)

Хәсән Назарҙың тормошо һәм ижады. “Сәңгелдәк”, “Әсәйем”, “Атай тауышы”, “Йәшәйем” шиғырҙарында Әсәйҙең бөйөклөгө тураһында шағирҙың уй-фекерҙәрҙәренең бөйөклөгө.Ил яҙмышы, йәшәү мәғәнәһенең һүрәтләнеүе. “Таулыҡай “,”Ауылымда”,” Тау шишмәһе”,” Тауҙар” шиғырҙарында тыуған төйәккә,ергә, халыҡҡа һөйөүҙең фәлсәфәүи бирелеүе. “Шәмсыраҡ “поэмаһында лирик герой. Поэманың композицион,поэтик үҙенсәлектәре.

Фонетика, лексика, морфология, ябай һәм ҡушма һөйләм синтаксисы, пунктуация бүлектәре буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм йомғаҡлау.

 

 

 

4.      Уҡытыу-методик һәм материаль – техник тәьмин ителеү

Методик әсбаптар:

        Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

        Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.- Өфө: Китап, 1996.

        Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. — Өфө: Китап, 2006 .

        Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. — Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

        Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009.

 Өҫтәлмә әҙәбиәт:

1.      Аҙнағолов Р. Ғ., Исламова Ф. Ғ., Тикеев Д. С., Шарапов И. Ә., Толомбаев Х. А., Ғафаров Б. Б., Бикҡужина Т. Ә. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 1996.

2.      Аслаев Т. Х., Исламғолова Ы. Ә. Уйнат, уйлат баланы: уҡытыусы өсөн ҡулланма. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 1993.

3.      Аслаева Р. Ғ. Телмәр һәм зиһен. – Өфө: Китап, 2005.

4.      Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшен ойоштороу. Методик ҡулланма. Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2007.

5.      Ғафаров Б. Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

6.      Ғөбәйҙуллина Ф. Х. Беҙҙең байрамдар. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп сәхнәһе өсөн сценарийҙар. – Өфө: Китап, 2004.

7.      Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Уҡыу ҡулланмаһы. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966.

8.      Раҡаева Ә. С., Дәүләтшина М. С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. Өфө: Педкнига, 2008.

9.      Тамырҙарыңды беләһеңме? Шәжәрә байрамдарын үткәреү буйынса ҡулланма. – Өфө: “Белая река”, 2006.

10.  Толомбаев Х. А., Ғәбитова З. М., Фәтихова Ш. Х. Башҡорт теленән тестар. 5-9 кластарҙа рус телендә уҡытыусы мәктәптәр өсөн. Башҡорт теле уҡытыусыларына һәм уҡыусыларға ҡулланма. Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2008.

11.  Ураҡсин З. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф., Ҡотлобаева Г. М., Әхтәмов М. Х. Ҡыҙыҡлы грамматика: башҡорт мәктәптәренең 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 1993.

12.  Урыҫса-башҡортса һүҙлек: 2 томда/ З. Ғ. Ураҡсин ред. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005. 1-се том. А-О. – 2005.

13.   Урыҫса-башҡортса һүҙлек: 2 томда/ З. Ғ. Ураҡсин ред. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005. 2-се том. П-Я. – 2005.

14.  Усманова Н. Г. Башкирско-русский и русско-башкирский словарь. Башкирско-русский разговорник. Уфа: ГУП РБ “Уфимский полиграфкомбинат”, 2008.

15.  Хисамитдинова Ф. Г., Муратова Р. Т. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь. – Уфа: “Маленький гений Башкортостана”, Учебно-методический центр “Эдвис”, 2007.

16.  Хөсәйенов Ғ. Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006.

17.  Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге (РФА ӨФҮ ТТӘИ). – Өфө, 2004.

18.  Әхтәмов М. Х. Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге. Һүҙ үҙгәреше. – Өфө: “Башҡортостан”, 1994.

Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар:

        Ноутбук;

        Проектор;

        Экран.

Электрон әсбаптар:

        Башҡорт әҙәбиәтенән 11 класс өсөн электрон дәреслек.

        Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. – Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы,2005.

        Әҙиптәрҙең үҙҙәре уҡыуында яҙмалар.

Класс йыһазы:

БР картаһы, БР символикаһы, портреттар, таблицалар, тематик папкалар, индивидуаль карточкалар, альбомдар,  ваҡытлы матбуғат баҫмалары.

 

 

×
×