8 (800) 101-04-53 звонок бесплатный
с 6:00 по 21:00
?>

День Победы

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Еңеү көнө – бөйөк байрам

 

Под песню «День Победы», муз. Д.Тухманова, дети торжественным маршем заходят в зал.

Алып барыусы: Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн бөйөк байрамды – Еңеү көнөн билдәләргә йыйылдыҡ. Йыл һайын 9 май фашистарҙы еңеп, 4 йыл буйына дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған көн тип билдәләнә. Һәр ғаиләлә уңалмаҫ яра, эҙ ҡалдырған был һуғыш. Һуғыш татамланыуға бик күп йылдар ңтте, кешелек донъяһы имен тормошта матур йәшәүен дауам итә.

 

Мин һине, илем,                                      Мәңге йәшә һин,

Бирмәм һис кемгә.                          Тыуған илгенәм.

Һинһеҙ тормош юҡ,                        Балҡы һин, ҡояш,

Йәшәү юҡ беҙгә.                                      Яҡтыр көнгөнәм

 

Земли нет прекрасней,

Дороже с рожденья,

Тебя воспеваю я,

Родина – мать!

Несут ту любовь сквозь века поколенья,

Ее никогда никому не отнять!

 

Выходят бабушка, внук и внучка. Садятся. Рядом стоит сундук. Все сценки и рассказы сопровождаются показами слайдов.

 

Ейән: Миңә әле 6 ғына йәш. Әйтегеҙ әле, ниндәй көн ул 9 май?

Өләсәй: 4 йыл буйы барған һуғыш 73 йыл элек Еңеү менән тамамланды.

Ейәнсәр: Мин дә был һуғыш тураһында әҙерәк беләм. Был һуғышта минең ҡартатайым да башын һалған.

Өләсәй: Эйе, барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайтырға теләгәйне лә шул. Ләкин ҡәһәрле һуғыш бер кемде лә аяманы.

Ейән: Ҡәҙерле өләсәйем, һөйлә әле беҙгә шул турала. Мин бит фотолар, кинолар аша ғына беләм был һуғыш тураһында.

Өләсәй: Кешелек хәтерендә 1941 йылдың 22 июне һәм 1945 йылдың 9 майы мәңгелеккә уйылып ҡалған. 1418 көн һәм төн бара был һуғыш.. Был һуғыш миллионлап кешенең ғүмерен алып китә.

Звучит «Марш» С.Чернецкого. Девочки машут платочками, мальчики, построившись в колонну, идут вдоль стен зала, делая перестроения. По окончании мелодии строятся в три колонны, на экране демонстрируется фото сражений. Бабушка, внук и внучка сидят на месте.

1-се һалдат:

Бөгөнгөләй хәтеремдә,

Күтәрелдек атакаға,

Тыуған илде  һаҡларға.

2-се һалдат:

Өҫкә яуҙы пулялар,

Ынтылдыҡ беҙ гел алға.

Өлгөрҙөк беҙ һаҡларға

Сталинградты һәм Курскты.

3-сө һалдат:

Беҙ Ватаныбыҙ хаҡына

Эйелдек һәм бөгөлдөк.

Ләкин һынманыҡ,

Илебеҙҙе һаҡланыҡ.

Өләсәй:  Беҙҙең илебеҙҙә һуғыш шауҡымы теймәгән бер генә ер ҙә юҡтыр. Тыуған илебеҙҙе 4 йыл буйына фронтта һәм тылда һаҡланылар.

Алып барыусы: Балалар, бәлки һеҙ ҙә үҙегеҙҙең олатайҙарығыҙ тураһында һөйләрһегеҙ. (1-2 баланан һөйләтеү)

Алып барыусы: Рәхмәт, балалар. Ә хәҙер бер минут тынлыҡ менән яу яланында ятып ҡалғандарҙы иҫкә алайыҡ. (1 мин. тынлыҡ)

Ейәнсәр: Байрам булғас, әйҙәгеҙ өйҙә йыйыштырып алайыҡ. Бына ошо һандыҡтан башлайыҡ.

Өләсәй: Балалар, был һандыҡҡа тейергә ярамай. Был һандыҡта һуғыш йылдары, минең йәшлегем тураһында иҫтәлектәр һаҡлана. (Һандыҡтан шлем ала.) Был минең  ағайымдың фронтҡа киткәндә кейгән шлемы. Ул ошо шлем менән бөтә һуғышты үтә. Ә уның һуғышта кем булғанын белер өсөн йомаҡ сисегеҙ.

Гөбөргәйел шыуыша, тимерҙәндер кейеме, ҡурҡыу белмәй. (танк)

А.б. Беҙҙең балалар “Өс танкист” йырын да беләләр. Әйҙәгеҙ бергәләп йырлайыҡ.

Йыр “Три танкиста”

А.б. Һуғыш – балалар эше түгел. Әммә ләкин аяуһыҙ һуғыш йылдарында, өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа илебеҙ һағына баҫҡан. Улар фронт өсөн йылы кейемдәр әҙерләгәндәр, партизанлыҡҡа киткәндәр. Еңеү өсөн уларҙың күбеһе яу яланында ҡалған. Күпме балалар ғаиләһеҙ ҡалған. Ғаиләһеҙ балаларҙы һалдаттар үҙҙәре янына алғандар, һәм улар полк ҡыҙы йә улы булып киткәндәр.

Бейеү “А закаты алые”

Ейәнсәр: Ә был ниндәй сумка?

Өләсәй: Был сумка түгел, ә офицер планшеткаһы. Әйҙәгеҙ унда нимә булғанын ҡарайыҡ. Был карта. Унда ғәскәрҙәр хәрәкәтен билдәләгәндәр. Бындай карталар летчиктарҙа, разведчиктарҙа, пограничниктарҙа булған. Ә беҙ карталар менән дөрөҫ эшләй беләбеҙме икән?

Игра «Собери карту» (дети собирают карту по образцу)

Өләсәй: Ә был сумка менән минең дуҫ ҡыҙым бөтөн һуғышты үткән. Ул һуғышта шәфҡәт туташы булған. Улар һалдаттарҙы ҡотҡарған. Йәш кенә ҡыҙҙар һуғыш яланынан һалдаттарҙы алып сыҡҡан.  Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ, һеҙ бинт менән бәйләй беләһегеҙме икән?

Игра «Перевяжи раненого» Игра на скорость и качество выполнения задания. Усложнить игру можно, предложив на старте детям конверт с картинкой – изображение части тела, которую нужно перевязать.

Өләсәй: Бик күп ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттар менән бер рәттән һуғыштың башынан аҙағынаса үтә. Улар хөрмәтенә “Катюша” тип аталған атыу ҡоралы беҙҙең ғәскәрҙәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо һуғыш барған мәлдә “Катюша” тигән йыр ҙа сығаралар.

А.б. Әйҙәгеҙ, беҙ ул йырҙы тыңлап үтәйек. (ТЫҢЛАУ)

А.б. Һуғыш барған ваҡытта ла,  нисек кенә ауыр булмаһын, һалдаттар бер-береһенең күңелен асырға тырышып, йырлап-бейергә лә көс тапҡандар.

Өләсәй: Ә былары инде минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – фронттан килгән хаттар. Был хаттарҙы минең атайым әсәйемә яҙған. “Һаумы, Зөһрәм! Һиңә алыҫ фронт елдәре аша сәләмәмде ебәрәм. Балаларға күп сәләм. Сәлимә ҡыҙымды, Урал улымды минең өсөн ҡыҫып ҡосаҡла. Бер минутҡа ғына булһа ла янығыҙға ҡайтҡым килә. Фронтта әлегә тыныс. Ебәргән посылка өсөн ҙур рәхмәт. Ҙур яуға әҙерләнәбеҙ. Һеҙҙең янығыҙға имен-һау ҡайтырға тыпышырмын, ҡәҙерлеләрем! Һеҙҙе яратам. Яуап хаты көтөп ҡалам. 10 июнь, 1943 йыл.” Ә ҡартатайым 1943 йылдың 16 июлендә һәләк була…

Ейән: Минең өләсәйем һуғышта ҡатнашмаған, ләкин тылда хеҙмәт иткән. Улар фронтҡа бик ҙур ярҙам күрһәткән.

Ейәнсәр:  Өләсәй, һиңә ҙур рәхмәт! Һин бик ҡиммәтле, иҫтәлекле ҡомартҡылар һаҡлағанһың.

Бала:

Олатайҙар күкрәгендә                 

Миҙалдары сыңлайҙар.

Илгә именлек яулаған

Батырҙарҙы данлайҙар.

 

Йыр “Олатайым миҙалдары”

А.б. 1945 йылдың майы беҙҙең илгә генә түгел, Польша, Болгария, Венгрия, Чехия, Словакия, Югославия һәм башҡа Европа илдәренә еңеү алып килгән. Был илдәрҙә лә совет ғәскәрҙәренә һәйкәлдәр, обелискылар ҡуйылған.

Бала:

Килегеҙ һәйкәлдәр янына,
Сәсәкәләр килтерегеҙ.
Яуҙа үлгән һалдатты
Иҫтәргә төшөрөгөҙ.
Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ
Мәңгелек ут янында:
Илен яҡлап үлгәндәр
Йәшәй мәрмәр ташында.

Бала:

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,
Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!
Хужалары илдең үҙебеҙ,
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!

 

 

 

 

×
×